Бөтә Рәсәй табиптар конкурсында еңеү яулаған табип-акушер һәм теш табибы менән БЮТ ижали төркөмө осрашты.
Иртә менән табип-акушер Сергей Денисов пациенттары – буласаҡ әсәләр янына ашыға. Бала табырға йыйыныусы ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығы, донъяға сәләмәт сабыйҙың килеүе өсөн ул бар көсөн һала, белемен һәм тәжрибәһен ҡуллана. Ольга Сәләхетдинова өсөнсөгә әсәй булырға йыйына. Быға тиклем ике балаһын ул үҙ һөнәренең оҫтаһы булған табип-акушер күҙәтеүендә тапҡан.
Ольга Сәләхетдинова
Былар бөтәһе лә заман талабы, лайыҡлы эш шарттары, заманса ҡорамалдар, уҡытыусыларымдың төплө белем биреүе, акушер-гинеколог һөнәрендә уңыш ҡаҙанырға ярҙам итте, ти, Бөтә Рәсәй табиптар конкурсында беренсе урын яулаусы.
Сергей Денисов, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының акушерлыҡ бүлеге мөдире, «Иң яҡшы табип» бөтә рәсәй конкурсы еңеүсеһе
Еңеү яулағас, ҡыуанысымдың сиге булманы. Уңыштарыма коллегалар, яҡындарым шатланды. Тимәк, беҙ дөрөҫ йүнәлештә тигән уй нығынды, артабан да балалар сәләмәтлеге өлкәһендә бар көсөмдө һалып эшләйәсәкмен. Ольга Джумма, Өфөнөң 7-се балалар теш поликлиникаһы табип-ортодонты, «Иң яҡшы табип» Бөтә Рәсәй конкурсында 2-се урын яулаусы
Еңеү яулағас, ҡыуанысымдың сиге булманы. Уңыштарыма коллегалар, яҡындарым шатланды. Тимәк, беҙ дөрөҫ йүнәлештә тигән уй нығынды, артабан да балалар сәләмәтлеге өлкәһендә бар көсөмдө һалып эшләйәсәкмен.
Әйткәндәй, «Теш феяһы» проекты 2018 йылда Рәсәй ирекмәндәре конкурсында призлы урын алған. Стоматолог-ортодонттың маҡсаты мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы яҡлау һәм тештәр һаулығын тәьмин итеү.
Ольга Джумма, Өфөнөң 7-се балалар теш поликлиникаһы табип-ортодонты, «Иң яҡшы табип» Бөтә Рәсәй конкурсында 2-се урын яулаусы
Пресс-служба Министерства здравоохранения Республики Башкортостан (информация БСТ)
Мы используем файлы cookie и сервис веб-аналитики Яндекс Метрика для улучшения работы сайта. Оставаясь на сайте, вы соглашаетесь с Политикой в отношении обработки персональных данных.