Яһалма бөйөрҙө өй шарттарында эшләтеү
Яһалма бөйөрҙө өй шарттарында эшләтеү
1 просмотр 17 мая 2022 г. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында йәнә перитонеаль диализ технологияһы эш башланы. Тимәк, бөйөр сире менән яфаланған пациенттар гемодиализдан еңелерәк ысулға күсә ала. Һәм ниндәйҙер медицина учреждениеһына бармайынса, өйҙә үк дауаланырға мөмкин. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Татьяна Емельянова бөйөр сирен ҡан тамырҙарына планлы операция эшләүгә анализ биргәндә асыҡлай. Тик һөҙөмтәләр ҡыуандырырлыҡ булмай. Пациенттың бөйөрҙәре эшлектән сығыу сигендә торған.
Нефрологҡа мин йыл башында мөрәжәғәт иттем. Анализдар бик шәптән түгел ине. Шуға ла ашығыс рәүештә дауахананың диализ бүлегенә күсерҙеләр. Медицина персоналы эште яуаплы башҡарҙы. Бөтә белгестәргә лә күрендем.
Татьяна Емельянова
Табиптар пациентҡа гемодиализ урынына перитонеаль диализ эшләү тәҡдиме менән сыға. Был процедуралар араһында айырма тәүгеһендә аҙнаһына өс тапҡыр дауаханала дүрт сәғәт махсус аппарат аҫтында ятырға кәрәк. Организмдан сығарылған ҡан, һуңынан фильтр аша ҡабат тамырҙарҙарға ебәрелә. Ә перитонеаль диализда эскә урынлаштырылған катетер ярҙамында организм токсиндарҙан таҙартыла.
Эстәге катетер аша организмға диализ ҡатнашмаһы ебәрелә. Ул тәндә өс сәғәт самаһы булғандан һуң, ҡабат алмаштырыла. Процедура көнөнә дүрт тапҡыр башҡарыла.
Табиптар әйтеүенсә, перитонеаль диализдың тән ағзаларының эшмәкәрлеген көйләүҙә ярҙамы ҙур. Ул бөйөрҙө күсереп ултыртыр алдынан башҡарылғанда өҫтәмә мөһим роль уйнай. Шулай уҡ пациенттарға процедура артынан медицина учреждениеларына йөрөргә кәрәкмәй. өй шарттарында уҡ башҡарырға мөмкин. Кәм тигәндә сәғәт ярым самаһы ваҡыт китә.
Азат Ғәлиуллин