450005, г. Уфа, ул. Достоевского, 132
тел. (347) 279 03 97/факс (347) 228 77 77 ufa.rkbkuv@doctorrb.ru
Министерство здравоохранения
Республики Башкортостан
Государственное бюджетное учреждение здравоохранения Республиканская клиническая больница им. Г.Г. Куватова
Официальный сайт
450005, г. Уфа, ул. Достоевского, 132
тел. (347) 279 03 97/факс (347) 228 77 77 ufa.rkbkuv@doctorrb.ru
+7 (917) 45 03 553 (главный врач)
+7 (917) 45 01 412 (заместитель главного врача по медицинской части)
+7 (917) 45 01 941 (заместитель главного врача по акушерству и гинекологии)
+7 (917) 45 00 963 (заместитель главного врача по хирургической помощи)
+7 (917) 45 01 446 (заведующий консультативной поликлиники)
+7 (347) 246 33 30 (контакт-центр)
+7 (347) 279 03 95 (платные услуги)
Оцените качество работы РКБ им. Г. Г. Куватова!
  1. ГБУЗ РКБ им. Г.Г. Куватова
  2. Об учреждении
  3. Новости
  4. Рәсәйҙең иң яҡшы табиптары Өфөнән

Рәсәйҙең иң яҡшы табиптары Өфөнән

Рәсәйҙең иң яҡшы табиптары Өфөнән

30 Августа 2022

Бөтә Рәсәй табиптар конкурсында еңеү яулаған табип-акушер һәм теш табибы менән БЮТ ижали төркөмө осрашты.

Иртә менән табип-акушер Сергей Денисов пациенттары – буласаҡ әсәләр янына ашыға. Бала табырға йыйыныусы ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығы, донъяға сәләмәт сабыйҙың  килеүе өсөн ул бар көсөн һала, белемен һәм тәжрибәһен ҡуллана. Ольга Сәләхетдинова өсөнсөгә әсәй булырға йыйына. Быға тиклем ике балаһын ул үҙ һөнәренең оҫтаһы булған табип-акушер күҙәтеүендә тапҡан.

Өсөнсөгә әсәй булырға йыйынам. Тәжрибәле, тәрән белемле табип күҙәтеүендә бала табыу-ышаныслы. Сергей Денисовтың бөтә илдә беренсе урын яулауын социаль селтәрҙәр аша уҡып ҡыуандым. Уға артабан да уңыштар теләйем.
 Ольга Сәләхетдинова
Әсә ҡарынындағы баланы заманса цифрлы күҙәтеү системаһы дауаханаға «Сәләмәтлек» милли проекты буйынса быйыл ғына ҡайтарылған. Кардиомонитор табип-акушерҙың эшендә алыштырғыһыҙ ҡорамал. Органдарҙы һаҡлап ҡалдырыусы әмәлиәт ысулдары, етлекмәй  тыуған сабыйҙарҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн кюветтар.

Былар бөтәһе лә заман талабы, лайыҡлы эш шарттары, заманса ҡорамалдар, уҡытыусыларымдың төплө белем биреүе, акушер-гинеколог һөнәрендә уңыш ҡаҙанырға ярҙам итте, ти, Бөтә Рәсәй табиптар конкурсында беренсе  урын яулаусы.

Беҙҙә райондарҙан, Өфөнән ауыр эстрогениталь етешһеҙлектәр булған пациенттар бала таба. Бөйөр сире, нерв системаһы ҡаҡшауы, ковид-19 инфекцияһының бала яралғыһына тәьҫире хаҡында факттар, мөҙҙәтенән алда бала табыу осраҡтары Рәсәй конкурсына ебәрелгән эшемдә күрһәтелде. Был еңеү миңә артабан да тырышып эшләргә дәрт өҫтәй.
Сергей Денисов, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының акушерлыҡ бүлеге мөдире, «Иң яҡшы табип» бөтә рәсәй конкурсы еңеүсеһе
Теш феяһы, ирекмән. Ольга Джумма балалар теш табибы. Ул Бөтә Рәсәй конкурсының «Иң яҡшы теш табибы» номинацияһында 2-се урын яулаған. Медицинала эш тәжрибәһе 10 йылдан ашыу.

Еңеү яулағас, ҡыуанысымдың сиге булманы. Уңыштарыма коллегалар, яҡындарым шатланды. Тимәк, беҙ дөрөҫ йүнәлештә тигән уй нығынды, артабан да балалар сәләмәтлеге өлкәһендә бар көсөмдө һалып эшләйәсәкмен.

Ольга Джумма, Өфөнөң 7-се балалар теш поликлиникаһы табип-ортодонты, «Иң яҡшы табип» Бөтә Рәсәй конкурсында 2-се урын яулаусы
Табип-ортодонт конкурсҡа үҙенең ирекмәнлек эшмәкәрлеге, эш ысулдары, йәшәү рәүеше хаҡында видеоролик тәҡдим иткән. Теоретик өлөштә мөмкинлектәре сикләнгән балалар, дәүләт балалар теш поликлиникаһында эш алымдарын сағылдырған.

Әйткәндәй, «Теш феяһы» проекты 2018 йылда Рәсәй ирекмәндәре конкурсында призлы урын алған. Стоматолог-ортодонттың маҡсаты мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы яҡлау һәм тештәр һаулығын тәьмин итеү.

Беҙҙең ярҙам менән ауыҙ тултырып шат йылмайып йөрөгән балаларҙың артыуы бик күркәм күренеш. Миңә кескәй пациенттарҙың һәр береһе ҡәҙерле. Был – минең ирекмәндәр проектының девизы ла.
 Ольга Джумма, Өфөнөң 7-се балалар теш поликлиникаһы табип-ортодонты, «Иң яҡшы табип» Бөтә Рәсәй конкурсында 2-се урын яулаусы
Башҡортостан табиптары данын бөтә илгә таратыусы геройҙарыбыҙ икеһе лә балалар сәләмәтлеге һағында тора. Донъяға йылмайып баҡҡан һау балалар күберәк булған һайын. илебеҙ киләсәге лә өмөтлө, ти Рәсәйҙең иң яҡшы табиптары.

Пресс-служба Министерства здравоохранения Республики Башкортостан (информация БСТ)