1. Об учреждении
  2. Новости
  3. #СМИ_о_нас Кадрҙар Форумы

#СМИ_о_нас Кадрҙар Форумы

26 мая 2022
Кадрҙар барыһын да хәл итә

Бөгөн Халыҡ-ара кадрҙар хеҙмәткәрҙәре көнөндә республика медицина учреждениеларының кадрҙар бүлеге етәкселәре Өфөгә йыйылды. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханала үткән тәүге форумда кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләләре ҡаралды, Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Бөгөнгө сара һаулыҡ һаҡлау системаһының пациенттар күрмәгән хеҙмәткәрҙәренә бағышлана. Эш урынындағы  шарттарҙы көйләү, хеҙмәт мөнәсәбәттәре, профсоюздар, ирекмәндәр һәм башҡа ойошмалар менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тап улар аша үтә. Эш биреүсенең хеҙмәткәр алдындағы бурыстарҙы үтәүе лә  кадрҙар бүлеге күҙәтеүендә.
Максим Забелин, Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сараны Республика профсоюз ойошмаһы менән берлектә ойошторған. Профсоюзға кадрҙарға, хеҙмәткә ҡағылышлы былтыр 11 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән, уның 91 проценты хеҙмәткәрҙәр файҙаһына хәл ителгән.

Пандемия ваҡытында коллектив килешеү, медицина персоналының бурыстарына ҡағылышлы һорауҙар күп булған. Кадрҙар бүлектәрендә эшләүселәргә ойошмалар  коллективы менән күберәк аңлатыу эштәре алып барыу мөһимлеге билдәләнде.