450005, г. Уфа, ул. Достоевского, 132
тел. (347) 279 03 97/факс (347) 228 77 77 ufa.rkbkuv@doctorrb.ru
Министерство здравоохранения
Республики Башкортостан
Государственное бюджетное учреждение здравоохранения Республиканская клиническая больница им. Г.Г. Куватова
Официальный сайт
450005, г. Уфа, ул. Достоевского, 132
тел. (347) 279 03 97/факс (347) 228 77 77 ufa.rkbkuv@doctorrb.ru
+7 (347) 246 33 30 (контакт-центр)
+7 (347) 279 55 09 (платные услуги)
+7 (917) 45 03 553 (главный врач)
+7 (917) 45 01 412 (заместитель главного врача по медицинской части)
+7 (917) 45 01 941 (заместитель главного врача по акушерству и гинекологии)
+7 (917) 45 00 963 (заместитель главного врача по хирургической помощи)
+7 (917) 45 01 446 (заведующий консультативной поликлиники)
Оцените качество работы РКБ им. Г. Г. Куватова!
  1. ГБУЗ РКБ им. Г.Г. Куватова
  2. Об учреждении
  3. Новости
  4. Яһалма бөйөрҙө өй шарттарында эшләтеү

Яһалма бөйөрҙө өй шарттарында эшләтеү

Яһалма бөйөрҙө өй шарттарында эшләтеү

18 Мая 2022
Яһалма бөйөрҙө өй шарттарында эшләтеү
1 просмотр  17 мая 2022 г.  Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында йәнә перитонеаль диализ технологияһы эш башланы. Тимәк, бөйөр сире менән яфаланған пациенттар гемодиализдан еңелерәк ысулға күсә ала. Һәм ниндәйҙер медицина учреждениеһына бармайынса, өйҙә үк дауаланырға мөмкин. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
 Татьяна Емельянова бөйөр сирен ҡан тамырҙарына планлы операция эшләүгә анализ биргәндә асыҡлай. Тик һөҙөмтәләр ҡыуандырырлыҡ булмай. Пациенттың бөйөрҙәре эшлектән сығыу сигендә торған.

Нефрологҡа мин йыл башында мөрәжәғәт иттем. Анализдар бик шәптән түгел ине. Шуға ла ашығыс рәүештә дауахананың диализ бүлегенә күсерҙеләр. Медицина персоналы эште яуаплы башҡарҙы. Бөтә белгестәргә лә күрендем.
Татьяна Емельянова

Табиптар пациентҡа гемодиализ урынына перитонеаль диализ эшләү тәҡдиме менән сыға. Был процедуралар араһында айырма тәүгеһендә аҙнаһына өс тапҡыр дауаханала дүрт сәғәт махсус аппарат аҫтында ятырға кәрәк. Организмдан сығарылған ҡан, һуңынан фильтр аша ҡабат тамырҙарҙарға ебәрелә. Ә перитонеаль диализда эскә урынлаштырылған катетер ярҙамында организм токсиндарҙан таҙартыла.

Эстәге катетер аша организмға диализ ҡатнашмаһы ебәрелә. Ул тәндә өс сәғәт самаһы булғандан һуң, ҡабат алмаштырыла. Процедура көнөнә дүрт тапҡыр башҡарыла.

Табиптар әйтеүенсә, перитонеаль диализдың тән ағзаларының эшмәкәрлеген көйләүҙә ярҙамы ҙур. Ул бөйөрҙө күсереп ултыртыр алдынан башҡарылғанда өҫтәмә мөһим роль уйнай. Шулай уҡ пациенттарға процедура артынан медицина учреждениеларына йөрөргә кәрәкмәй. өй шарттарында уҡ башҡарырға мөмкин. Кәм тигәндә сәғәт ярым самаһы ваҡыт китә.
Азат Ғәлиуллин